

Күптән түгел Яңы Мораптал ауыл мәҙәниәт йорто ойошторған "Йырлайыҡ, дуҫтар, бергәләп!" проектында Аҡһары ауылы "Хазина" фольклор ансамбле лә әүҙем ҡатнашты.
Морапталға барып, караоке йырлап ҡайттыҡ. Барлыҡ йырҙарға ла эйәреп китеп булмаһа ла, матур итеп йырларға тырыштыҡ. Барыһы 7 композиция араһынан, "Ҡыр ҡаҙҙары" йыры бигерәк матур килеп сыҡты. Транспорт булһа, сараларҙа әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Хазина" ағзалары төрлө сәбәп арҡаһында тулыһынса проектта ҡатнаша алманы.
Ғәлиә МИФТАХОВА, Аҡһары ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.