Мәҙәниәт
19 Февраль 2023, 07:01

"Ҡорос. Яугир ат тарихы"

Төп ролдә яҡташыбыҙ Рәсил Сынбулатов.

"Ҡорос. Яугир ат тарихы""Ҡорос. Яугир ат тарихы"
"Ҡорос. Яугир ат тарихы"

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса ҡуйылған "Ҡорос. Яугир ат тарихы" тип исемләнгән спектакль тамашасыларҙың йөрәген күптән яулап алды. Генерал Шайморатов исемендәге батальонға Миәкә районы Илсеғолдан һуғышҡа оҙатылған Ҡорос-Керчь исемле айғырҙың ысынбарлыҡта булған яҙмышы һүрәтләнә. Ул Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайта.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И.Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры 21 февралдә киске сәғ. 7-лә «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында М. Ҡунафиндың «ҠОРОС. ЯУГИР АТ ЯҘМЫШЫ» (6+) драмаһын ҡуя.
Төп ролдәрҙә: Ирек Ибраһимов, Фәнил Ҡарасурин, Ҡәҙриә Мифтахова, яҡташыбыҙ Рәсил Сынбулатов.
Ҡуйыусы режиссер: Айҙар Зарипов.
8-960-399-80-71.

12.00 - Әкиәт, 14.30 - "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" История боевого коня) на русском языке,
19.00 - "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" История боевого коня) н баш. языке. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас