

...Бер ҡайтырһың әле яндарыма,
Көтәм, бәғрем...
Һөйгән йәре ҡалаға, Себергә киткән дә, был бер үҙе ауылда ҡалып, аптырап ултырған егеттәрҙең береһеме әллә?
Сәхнәлә йырлап торған Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында йәшәгән Руслан Әхмәтов тураһында ошолай уйлауҙары бар. Йырҙың һүҙҙәре, моңо ғына ошолай ул, алдаҡсылар, ә ысын тормошта Руслан да бәхетле егет юҡтыр. Һөйгән йәре - ҡатыны янында, үҙе 4 бала атаһы! Йырҙың йыртығы юҡ тиҙәр, шулайҙыр, ә бына алдаҡсы йырҙар донъяла була икән.
...Зарлы йырҙарҙы сәхнәлә генә йырлап, тормошта йырҙың бары тик күңеллеһен генә көйләп йәшәргә булһын, Руслан!