Беҙҙә "тейеш" тигән нәмәләр күп, әммә гел беҙ уйлағанса килеп сыҡмай.
Миһранова Рәсимә "Йәш килен" конкурсында ҡатнашып, беҙҙең райондың намыҫын яҡларға тейеш ине.
Рәсимә, конкурсҡа барам тип, әҙерләмәгән нимәһен ҡалдырмаған, әллә күпме атрибутика, мендәр, көйәнтә, һандыҡтар. Ысынтылап кейәүгә сығып китеп барған ҡыҙмы ни, бар донъяһын йыйған да ҡуйған.
Тик.... Машина биргәндәр, уныһы бәләкәй, әйберҙәре һыймай. Газель? Уныһы ватыҡ икән, Балтасҡа түгел, Ермолайҙың ситенә лә барып етерлеге юҡ. Күңелһеҙ хәл, дәртләнеп, анау сама әҙерләнеп тә.... Йәл.
Нимә тип әйтергә ҡала: конкурсҡа бара алмаһаң да, һин беҙҙең өсөн, барыбер, иң шәп килен. Шуны бел, дәртеңде һүндермә. Техникаға, бәлки, ҡайһы бер иптәштәргә лә, ышаныс булмаҫ, кәрәк тигән саҡта ғына ватылырҙар, тормошта үҙеңә ватылырға-һынырға яҙмаһын. Ышанысты юғалтмай, ошо уйҙы онотмай, алға атла: "Мин - иң шәп, иң йәш килен!"