Все новости
Мәҙәниәт
25 Марта 2023, 09:28

Сер

Уның анау сама популярлығының сере нимәлә икән?

Сер
Сер
Ысын, Күмертауға күпме килмәй, зал шыпа тула ла ҡуя. Билеттары алдан уҡ һатылып бөткән була, кем ауыҙ асып йөрөгән, аҙаҡ билет таба алмай яфалана: юҡмы һиндә артығы?
Илсия Бәҙретдинова кисә Күмертауға килде. Йәнә шул уҡ хәл: тамашасы залға һыя алмай бер булды (элекке ваҡыттағы һымаҡ, һинд киноһына килгәндәге ише, үҙең менән өйҙән ултырғыс тотоп киләһе булған), йырсыны бер туҡтауһыҙ алҡыштарға күмде. 
Илсиәне яратҡандар ҡалалағы концертҡа Көйөргәҙе районынан ғына түгел, Күгәрсен, Ейәнсуранан да килеп еткәндәр. И. Бәҙретдинованы, һәр саҡтағыса, сәскәләргә күмделәр. Гөлләмәләрҙән тыш, башҡорт балы, үҙ ҡулдары менән бәйләнгән ойоҡбаштар, хатта, күҙ теймәһен тип, береһе артыш сығарып тотторҙо - үтә ныҡ сибәрһең, талантлыһың, артыш һине һаҡлаһын. 
"Юшатыр" редакцияһынан да булдылар был ғәжәп тамашала. Гөлнур Хөсәйенова концертҡа аҙна элек үк әҙерләнә башланы. Биҙәнде-яһанды тигән кеүек, йырсы уны яҡшы белә, бер саҡ Илсиәгә арнап, шиғыр ҙа яҙғайны. Әле лә, Гөлнурҙы күреү менән, йырсыбыҙ ирене лә төштө, беҙҙең хәбәрсене маҡтап бөтә алманы. Рухтарабыҙ бер, тине. Ҡолағына тағы ла әллә нимә тип шыбырланы. Гөлнурҙан ҡат-ҡат һорап, нимә тине ул тип, яфалап бөтһәк тә, әйтмәне. Уныһы сер булып ҡалды.
Серҙең сер булып ҡалыуы һәйбәттер, юғиһә, ҡыҙығы бөтә, интрига ҡалмай, үҙенә ылыҡтырмай. Илсиәнең дә серен сисә алмай, ана, нисәмә йылдар рәхәтлектә ғазапланабыҙ. Шуға, ул килә тигәс тә, концерттарына йүгерәбеҙ. 
Автор:
Читайте нас: