Все новости
Мәҙәниәт
29 Марта 2023, 09:37

Йырлайыҡ, дуҫтар!

Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто арыуҙы белмәй.

Йырлайыҡ, дуҫтар!
Йырлайыҡ, дуҫтар!
Аҙна һайын тамаша - 31 мартта бында тағы ла ҙур байрам була. "Йырлайыҡ, дуҫтар" тип аталған гала-концерт. Һәммәһе 10 коллектив, 70 йырсы ҡатнашасаҡ. Морапталдар йырлай, ә беҙ, улар артынан өлгөрә алмайбыҙ. Яңы ғына бына ошо материал баҫылғайны:
“Наҙ”, “Мораптал егеттәре” йыр-моң ансамблдәре, Ләйсән Зәғитова, Алик Әбдрәшитов, Гүзәл Аҙнабаева, Вилдан Моратов, Азамат Шәмсетдинов, шулай уҡ Маячный ауылынан килгән ҡунағыбыҙ Алина Рәхманғолова үҙҙәренең моңло тауыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙылар. “Нур” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең һәм Илнар Ялсыҡаевтың иҫ киткес дәртле бейеүҙәре байрамдың биҙәге булды. Һәр сығыш көслө алҡыштар, ыңғай эмоциялар менән оҙатылып торҙо.
Байрамдың күңелгә үтеп инерлек мәле булып махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ Шамил Ниғмәтуллиндың сараға килеүе булды. Егетебеҙ Краснодарҙан Һамар ҡалаһына барышлай ғына инеп, һөйөклө әсәһен, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап китте. Йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтеп, ғәзиз әсәһенә матур сәскәләр бүләк итте...
Нимә әйтәһең, маладистар, һәр саҡ, морапталдар кеүек, барыбыҙға ла йырлап йәшәргә генә яҙһын ине.  
Автор:
Читайте нас: