Все новости
Мәҙәниәт
23 Апреля 2023, 11:12

Кейәү концерты

Кейәүҙәребеҙ шәп беҙҙең!

Кейәү концерты
Кейәү концерты

Көйөргәҙе районы ҡыҙҙары үҙҙәре лә һәйбәт булғанғамы, кейәүҙәрҙең дә яҡшылары ғына эләгеп тора. 

Рәфис Сирусинды ғына алайыҡ. Хәтәр шәп артист, талантлы йырсы. Яңыраҡ Өфөлә концерты булды. Бындай ваҡиғанан ҡоҙа-ҡоҙағый ситтә ҡала буламы, кейәү концертына юл тоттолар. Яҡшымбәт биләмәһе халҡы, күмәкләп, кейәүҙәрен күреп-тыңлап ҡайттылар. Хистәр йәнә бер йылға етә, ти рәхмәтле тамашасы, дәрткә тулып ҡайттыҡ, рәхмәт, кейәү. 

Автор:
Читайте нас: