Все новости
Мәҙәниәт
28 Апреля 2023, 07:55

Үҙ яғыма ҡайтһам...

Булыр-булыр, әммә был тиклем булыр тип уйламағайныҡ.

Үҙ яғыма ҡайтһам...
Үҙ яғыма ҡайтһам...
Даны бөтөн донъяға таралған театр ҙа түгелдәр, актерҙары - ябай ауыл кешеләре, ГИТИС бөтмәгәндәр, ә нисек уйнайҙар! Иҫ-аҡылың китер. Ермолаево сәхнәһендә Яҡшымбәт ауылының "Умырзая" халыҡ театры, режиссеры Рәсил Сынбулатов (Яҡшымбәт егете), ролдәрҙә - яҡшымбәттәр. Бөтәбеҙгә лә бәләкәстән билдәле классик әҫәр Ибраһим ағайҙың "Айһылыуҙың айлы кистәре"....
Халыҡ аҙыраҡ булды, йәл. Спектаклдән йыйылған аҡса яуҙағы егеттәргә ярҙам ебәреләсәк... Ниндәйҙер, иһаһайлап, фонограммаға йырлаған  берәйһе килһә, кемуҙарҙан йүгереп барабыҙ. Ә бында тере тауыш ҡына ла түгел, барыһы ла тере, яҡындар - артистар, хистәр...
...Бына был йыр был юлы үҙенсәлекле яңғыраны:
"Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятып, эсер инем шишмә һыуҙарын..."
Шишмәләр, киске йылы елдәр, тыуған илдә үҫкән сәскәләр, ҡыҙҙар йыры һеҙҙе көтә, ҡайтып, шуларҙың барыһын күрергә яҙһын. 
Автор:
Читайте нас: