Все новости
Мәҙәниәт
13 Сентября 2023, 15:19

Шәп өлгө

Беҙҙең Кинйәабыҙ ауылы халҡы, бөгөнгө көндә, танылған милли батырыбыҙ Кинйә Арыҫланов тыуыуының 300 йыллығына арналған ҙур сараға әҙерлек алып бара.

Шәп өлгө
Шәп өлгө

Ауылыбыҙ күҙгә күренеп йәмләнә, йорт-ҡаралтыларын тәртипкә килтерә. Был ҙур эштәр Свобода ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғоловтың тырышлығы һөҙөмтәһендә башҡарыла. Фанис Мансур улы быйылғы йылда Кинйә-Абыҙ ауылын Айыҡ ауыл исеменә лә лайыҡ итеп, бөтә республикаға данын таратты.
Был эштәрҙе башҡарыуҙа ауыл халҡының да ярҙамын әйтеп үтмәй булмай, халыҡ һәр бер өмәлә әүҙем ҡатнашты.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ
Кинйә-Абыҙ ауылы

Материал тулы килеш киләһе һанда баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: