Бөгөн, 11 ноябрь, беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм бик яҡын булған Яңы Таймаҫ ауылы егете Араптанов Радик Раил улының һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы һылыуы Шамсутдинова Элина Марат ҡыҙының иҫтәлекле һәм шатлыҡлы көндәренең береһе, Никах туйы! Йәштәрҙе күркәм байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Радик, Элина! Бөгөн һеҙҙең өсөн яуаплы һәм дә изге көндәрҙең береһе-һеҙ яңы тормошҡа ҙур аҙым яһанығыҙ. Аллаһ Тәғәлә ризалығы
менән һеҙ инде бер ғаилә! Ғаиләнең көндән-көн нығыныуын, йортоғоҙҙа игелек, йылы һәм йәм булыуын теләйбеҙ! Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең тормошоғоҙҙо бәхетле, еңел һәм шатлыҡлы итһен! Бер-берегеҙҙең, ата-әсәйҙәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың ҡәҙерен белеп, тигеҙлектә, татыу, матур йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Мәхәббәтегеҙ сикһеҙ булсын, һөйөү хистәрен икәү бергә һаҡлағыҙ , бер-берегеҙгә
барлыҡ осраҡтарҙа ла терәк булығыҙ! Һау-сәләмәт булығыҙ, матур балалар үҫтерегеҙ! Һеҙҙе берләштергән мәхәббәт йылдар үтеү менән нығынһын, матур сәскә булып атһын. Наҙ, йылылыҡ хистәрен юғалтмағыҙ. Һеҙ бөгөн шундай матур, шундай бәхетле, мәңгегә шулай булһын!
Без һеҙҙе яратабыҙ, һеҙҙең менән
һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ! Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ исеменән Зөлмирә апайығыҙ.