Все новости
Мәҙәниәт
9 Февраля , 11:27

Ғаилә ярҙам һорай

Бәлә кеше башынан йөрөй шул

Ғаилә ярҙам һорай
Ғаилә ярҙам һорай

Күптән түгел, гәзитебеҙҙә М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ уҡыусыһы Илина Ибраһимованың, Силәбелә үткән, уҡсылар ярышында көмөш миҙал алып ҡайтыуы тураһында мәҡәлә сыҡҡайны. Илина өсөн ҡыуанып ҡына йөрөгәндә, ғинуар аҙағында уларҙың Мораҡ ауылындағы Шафиев урамы, 1 адресы буйынса өйҙәре яныуы тураһында хәбәр килде. Бәлә кеше башынан йөрөй шул. Илинаның әсәһе ике балаһы (15 йәшлек ҡыҙ һәм 10 йәшлек инвалид малай) менән һыуыҡта урамда ҡала. Янғын – һәр ғаилә өсөн ҡот осҡос бәлә. Хәҙер Ибраһимовтарҙың бер нимәһе лә ҡалмаған. Әлеге көндә был ғаиләгә ниндәй булһа ла ярҙам бик мөһим: көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалым, аяҡ кейеме, түшәк кәрәк-яраҡтары, мендәрҙәр, таҫтамалдар, һауыт-һаба, аҙыҡ-түлек, аҡса һ. б.
Янғындан ҡазаланған Ибраһимовтар ғаиләһенә финанс ярҙамы күрһәтергә теләгәндәр 89377806618 телефон һаны буйынса аҡса күсерә ала. Был һандар банк иҫәбенә бәйле (карта хужаһы Илина Нәфис ҡыҙы). Тамсынан күл йыйыла, әйҙәгеҙ, бергәләп ярҙам итәйек!

Автор:
Читайте нас: