Все новости
Мәҙәниәт
9 Февраля , 11:33

Ҡотлайбыҙ!

“Хеҙмәтемде күрә белеп, уны баһалаусыларға рәхмәтлемен”.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ғәлиә ХӘЙБУЛЛИНА, Яҡшымбәт ауылы:
- “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” исемен алыуыма шатмын. Минең хеҙмәтемде күрә белеп, уны баһалаусыларға рәхмәтлемен. Үҙем Яҡшымбәт урта мәктәбен тамамлағас, 1992 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға кереп, 1997 йылда үҙемдең уҡыған мәктәбемә кире эшкә ҡайттым. Шунан бирле 27 йыл Яҡшымбәт белем усағында хеҙмәт итәм. Шуның 17 йылы директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләйем. Был дәүерҙә күп эштәр башҡарылды. Үҙемдең уңыштарым өсөн иң тәүҙә ғаиләмә рәхмәтлемен, сөнки тыл ныҡ булмаһа эштәр ҙә алға бармай. Аллаға шөкөр, минең тылым ныҡ булды, уҡытып сығарған атай-әсәйем, аңлап торған ҡайным менән ҡәйнәм, тормош иптәшем ныҡлы терәктәрем булдылар. Мәктәп директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһароваға ҙур рәхмәтлемен. Ул һәр ваҡыт та уң ҡулын һуҙып торған кеше булды минең өсөн. Кәңәштәренән, ярҙамынан бер ваҡытта ла айырманы. Шулай уҡ барлыҡ коллективыма оло рәхмәтлемен. Хеҙмәт итеү ваҡытымда төрлө дәүер уҡытыусылары менән эшләргә тура килде: ололар ҙа, йәшәтр ҙә булды. Барыһы менән дә уртаҡ уйҙа булып, уңышлы эшләнек. Бигерәк тә әлеге ваҡыттағы хеҙмәттәштәремә оло рәхмәттәремде еткерәм. Мәктәп эше ул бер кешенең генә хеҙмәте түгел. Минең ошо наградам да һәр беребеҙҙең эш һөҙөмтәһе ул. Барлыҡ коллегаларыма эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек, ғаиләләрендә именлек, яҡшы ғына уҡыусылар теләгем килә. Барыбыҙҙың да күк йөҙҙәре тыныс булһын.

Автор:
Читайте нас: