Ҡәҙерлем, һине күркәм байрамың менән тәбрикләп: ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ ҡыуаныстар теләйем. Ҡайғы хәсрәтһеҙ яҡындарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын һиңә. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, үткән ғүмереңә үкенмәй, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ бәхетле, парлы тормошта йәшә лә йәшә әле.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә,
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын
Бер ҡасан да һис бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа!
Иң изге теләктәр менән һине яратып һәм хөрмәт итеп һеңлең Альбина