Все новости
Мәҙәниәт
19 Августа , 15:27

Икмәк

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы

Икмәк
Икмәк

Их, икмәктең тәмдәре
Хоҙайым биргән бүләк
Шул ризыҡты ашайбыҙ ҙа
Теләйбеҙ изге теләк.

Күкрәгемә ҡуямын да
Аҡ икмәгем киҫәген,
Тамсы-тамсы тир түгелгән
Шуны иҫкә төшөрәмен.

Мин үҙем - ауыл балаһы
Беләм нисек иген үҫкәнен.
Сәсеп, урып, он итеп
Өҫтәлгә нисек икмәк килгәнен.

Иртә таңдан тракторсы
Китә баҫыу-яланға.
Ерен һөрә, сәсә иген
Батып саңға-туҙанға.

Комбайндар баҫыу буйлап
Саба үҫкән игенде.
Шулар күҙем алдына килә лә
Хәтерләтәләр үткәнде.

Саңдар туҙа-ялан буйлап,
Өйөм-өйөм ҡала һаламы.
Тормош тағы ла йәмләнә
Шуғны онота буламмы?

Бункир тула игенгә.
Ишетелә иген тауышы,
Моңло бер йыр кеүек
Был йәшәүҙең дауамы.

Икмәк булһа йәшәү була,
Бир, Хоҙайым, тыныслыҡ.
Доғалар менән теләйем
Була күрмәһен ризыҡҡа ҡытлыҡ.

Өҫтәлдәрҙә булһын ҡалас,
Күтәрелһен күңелдәр.
Ҡыуаныста, шатлыҡта
Үтһен беҙҙең ғүмерҙәр.

Әле булһа бөгөнгөләй
Күҙем алдында тора
Ҙур ғына ағас һауытта
Әсәкәйем ҡамыр баҫа.

Ул ваҡыттарҙа һауыттар юҡ,
Был ағастан яһалған.
Әле лә ул һауыттар
Күҙ алдымда һаҡланған.

Көскә-көскә баҫа ҡамыр,
Туҡтап тора ял итеп.
Көтә уның ҡабарғанын
Бешерергә икмәк итеп.

Беҙҙең бала саҡ ине
Өҙөп алам ҡамырҙы
Эй! уйнағы килә бит
Шул уйҙар артта ҡалды.

Өләсәйҙәр иҫкәртә ине:
"Икмәк - үҙе ҙур байылыҡ
Бөртөгөн дә әрәм итмәгеҙ,
Юҡһа көтә һеҙҙе аслыҡ".

Әгәр икмәк ваҡланһа,
Ҡуштылар уны йыйырға
Был инде булған тәртип
Беҙгә ҡалған тыңларға.

"Икмәк һәр саҡ булһын ябыулы
Шайтан ҡулы теймәһен".
Теләктәр ҡабул булыр
Өҫтәлдән ризыҡ өҙөлмәһен.

Бер һыныҡ икмәк өсөн,
Байтаҡ көстәр түгелгән
Баҫыуҙарҙа башаҡ булһа
Йәшәү өмөт ителгән.

Автор:
Читайте нас: