Все новости
Мәҙәниәт
19 Августа , 11:33

Йәшлекте иҫкә алып

Абдулдар был ялдарҙа йәшлектәренә ҡайтып урағандар

Йәшлекте иҫкә алып
Йәшлекте иҫкә алып

90-сы йылдарҙа модала булған кейемдәрҙе кейеп Абдул ауыл клубына килеп ингән һәр кем йәшлектәренә ҡайтҡандай булған. Күңелдәре булған ауылдаштар был сараны ойошторған мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Юлиә Ниғмәтуллинаға рәхмәттәрен яуҙырған.
Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.

Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тураһында яҡшылап уйларға ҡушты. Оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республика башлығы Башҡортостан хөкүмәтенә ошондай бурыс йөкмәтте.
«Аҙ ғына эш хаҡына ултырған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» кеүек ниндәйҙер дәртләндереү сараһын уйлап табырға кәрәк, беҙҙә ундай параметрҙар бар, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Ауылда дәртле генә хеҙмәткәр – ҙур булмаған Мәҙәниәт йорто директоры булһа, тормош ҡайнап тора, олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Мәҙәниәт йорттары буйынса артабанғы эште әүҙем алып барырға кәрәк, улар беҙҙә төрлө хәлдә. Тағы ла күберәк төҙөү зарур, төҙөлөш блогы ярҙам итер».

Автор:
Читайте нас: