Абдул ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡайныбыҙ һәм олатайыбыҙ Ринат Мәҙәрик улы СӘЙФҮТДИНОВты күркәм юбилейы – 65 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Fүмер миҙгеленең матур байрамында яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, яҡындары менән бергә беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, яҡындарыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Изгелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, атай, тормошта.
Атай, тип әйтер кешебеҙ булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Йәшә, атай, тормош юлдарында,
Беҙҙең менән бергә йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙы Римма, кейәүе Руслан, ейәне Айҙар, ейәнсәре Диана, улы Рим, килене Рита, ейәнсәрҙәре Рияна, Ралина, ейәне Рамзан.