Абдул ауылы
Ҡәҙерле һәм иң ғәзиз, яҡын кешебеҙ - София Фәрғәт ҡыҙы УСМАНОВАны күркәм юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Аллаһы Тәғәләгә, беҙгә оло бүләк итеп иң изге күңелле, аҡыллы, аңлаусан, хәлебеҙгә керә белгән ҡәҙерле кешебеҙҙе бүләк иткәне өсөн мең рәхмәт.
Ҡәҙерлебеҙ, беҙгә биргән наҙың, мөхәббәтең, лайыҡлы тәрбиәң, аҡыллы кәңәштәрең, беҙҙе һәр саҡ хәстәрләп тороуҙарың өсөн ошо байрамыңда баш эйеп рәхмәт әйтәбеҙ.
Һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, именлек, шатлыҡлы, аяҙ көндәр, күңел тыныслығы, күтәренке кәйеф теләйбеҙ! Атайыбыҙ менән бергә-бергә, бәхетле, парлы, мөхәббәтле ғүмерҙәрҙә оҙон-оҙаҡ, беҙгә терәк һәм әкәрәк булып ғүмер итегеҙ. Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо яҡты көндәр генә биҙәһен.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә,
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә!
Күпме булһа ерҙә матур теләк,
Бирһен һиңә Хоҙай барын-барын да.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын
Һәр бер көндөң матур таңында.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Флүзә, кейәүең Илфат, улың Рөстәм, киленең Лилиә, ейәндәрең Оскар, Рафаэль, Рамазан