Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә аяҡ баҫтыҡ, тиһәм дә, дөрөҫ булыр. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, бик уңышлы сығыш яһаныҡ, сөнки район мәҙәниәт йортоноң баш режиссеры Тарасов А. үҙе маҡтаны. Сценарийыбыҙ ҙа оҡшаған уға, йырыбыҙ ҙа. Ҡатнашыусылар :Хәлитова А. Һ., Таюпова З. Ә., Ғәлимова М. Ә., Мөхәмәтйәрова З. Й. бик тырышып репетицияларға йөрөнөләр, ҙур рәхмәт уларға! Шулай уҡ репетицияларыбыҙҙы ҡарап, кәңәштәрен биреп, төҙәткеләп ебәргән Яҡшембәт мәҙәниәт йорто режиссеры Хәйбуллина Гөлшат Ғибаҙулла ҡыҙына рәхмәтебеҙ ҙур! "Түбәнге Бабала клуб юҡ"-тиҙәр, бына, күрһендәр.
Земфира Вәлиева