Семинар барышында 5-се класта башҡорт теленән: "Беҙ тәбиғәт менән бергә. Ғәҙелша шарлауығы. Күрһәтеү алмаштары" (Гурьянова А.Н), татар теленән 7-се класта " Аваз ияртемнәре" (Ишмөхәмәтова З.Ш.), хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәненән 8-се класта "Хәрби дисциплина" (Сатыбаев С.М.) тарафынан асыҡ дәрестәр күрһәтелде. Уҡытыусылар дәрес биреп кенә ҡалманы, оҫталыҡ дәрестәре менән дә һоҡландырҙы. "Тыуған ил нимәнән башлана?" темаһына әҙерләнгән кластан тыш сара, мәктәп музейында экскурсияла булыу, бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Музейҙа күргән экспонаттар, боронғо әйберҙәр, бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең фотоһүрәттәрен ҡарау, күңелдә изге хистәр ҡалдырҙы.
Руша СОЛТАНҒОЛОВА,
Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте ҡуытыусыһы
Материалдың дауамы гәзиттә баҫыласаҡ.