Матур тамаша менән үҙебеҙҙекеләр килгән – Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова. Ят кешеләр түгел, хатта туғандар тип ауыҙ тултырып әйтһәк тә гонаһ булмаҫ – ҡоҙалар!
Был парҙың килеүе тураһында белгәс (анонстары һәр ерҙә булды), күрше-тирә райондар көнләште: ниңә һеҙгә генә килә улар, беҙгә лә килһендәр. «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы залы тамашасыны һыйҙыра алмай бер булды, залдағы ултырғыстар етмәне, хәс элекке заманды хәтерләтеп (Һиндостан киноһы килһә шулайта торған инеләр), кем ҡайҙан ниндәй урындыҡ таба, шуны күтәреп алып инделәр, ситтәрәк булһа ла ултырып ҡарайыҡ.
Ҡараныҡ. Болливуд фильмдары ары торһон, «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» байрамына килгәндәр ысын, матур мөхәббәт тарихына шаһит булды - Фәдис менән Лилиәнекенә.