

15 сентябрҙә улар "Ҡарбуҙ" байрамына сыҡтылар. Был байрам йылдан-йыл үткәрелеп килгән сараларҙың береһе булып тора. "Ҡарбуҙ" байрамын уҡыусылар яраталар, көтөп алалар. Һәр класс ҡарбуҙ, ҡауындар алып, көҙгө тәбиғәттең ҡосағында рәхәтләнеп ял итәләр, төрлө уйындар уйнап, бәйгеләрҙә ҡатнашалар. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә был сараға төрлө тәмләткестәр бешереп ебәрәләр. Йылы иҫтәлектәр мәңге хәтерҙә һаҡланыр.
- Яңы уҡыу йылы башланып, аҙыраҡ ваҡыт үткәс тә “Ҡарбуҙ” байрамы ойошторола. Унда саф һауала рәхәтләнеп уйнайһың, класташтарың менән формаль булмаған рәүештә аралашаһың. Бындай саралар беҙгә йыл буйына етерлек көс-дәрт, илһам бирә. Ҡыҙыҡлы ла, тәмле лә булған байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде. Лицейыбыҙҙа уҡыусылар өсөн төрлө мауыҡтырғыс саралар йыш үткәрелә. Уны ойоштороусы апай-ағайҙарыбыҙға ҙур рәхмәттәр әйтәбеҙ, - тиҙәр РПЛИ уҡыусылары.
Гөлназ ИСКӘНДӘРОВА,
РПЛИ-ның башҡорт теле уҡытыусыһы