Бөйөк Еңеү байрамы алдынан РПЛИ-ның, Маяҡ ауылы, Күмертау ҡалаһының 30-лаған һәүәҫкәр артистары - ирекмәндәр Свобода ауылындағы ҡарттар йортона барып, Еңеү көнөнә арналған концерт программаһы менән сығыш яһаны. Улар бында йәшәгән ҡарттарҙы йөрәктәренә үтеп инерлек сығыштары һәм ҡулдан эшләнгән бүләктәре менән ҡыуандырҙы. Бер кемде лә иғтибар үҙәгенән ысҡындырманы ирекмәндәр: урындарынан тора алмай ятҡандарҙы ла палаталарына инеп ҡотлап, йыр-бүләктәр тапшырып сыҡтылар. Ойоштороусылар ирекмәндәр - Александр Белик, Екатерина Ильина, Йәмил Рафиҡов, Эмилия Курносова, Александр Тарасов, Сурат менән Ковхар Мамедовтар, Розалина Аҙнабаева, Азалия Мәсәғүтоваларға һәм шулай уҡ Йәш натуралистар станцияһы директоры Гөлнара Әминева, «Калипсо» үҙәге директоры Виктория Макеева, Маяҡ йәкшәмбе мәктәбенән Ирина Смирнова һәм РПЛИ директоры Римма Ғөбәйҙуллинаға оло рәхмәт белдерә.