Все новости
Мәрхәмәтлек
10 Октября 2019, 12:21

ИЗГЕ ЙӘНЛЕЛӘР

Балалар баҡсаһында эшләгәндәр үҙҙәре ныҡ бала йәнле була, сабыйҙарҙы яратмаған, сит баланы ла үҙеңдеке итеп күрмәгән кеше баҡсала эшләй алмай. Күмертауҙың “Айгөл” балалар баҡсаһында инде бигерәк һәйбәт тәрбиәселәр эшләй, үҙ баҡсаһындағы балаларға йылы таратыуҙары ғына аҙ, йылылары башҡаларға ла етә. Ошо көндәрҙә “Айгөл” коллективы Ермолаево приютына барып бүләктәр таратҡан. Үҙҙәре бәйләгән ойоҡ, бейәләйҙәр. Ҡул-аяҡтары ла өшөмәһен, йәндәре лә өшөмәһен тигәндәрҙер Әлфиә Фәрих ҡыҙы Шәрипова етәкләгән балалар баҡсаһы изге йәндәре.

Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: