Все новости
Мәрхәмәтлек
15 Ноября 2019, 11:57

Рәхмәт уҡып бөтә алмай

Беҙ уның тураһынла күп яҙҙыҡ. Яңы Таймаҫ ауылынан Хәмзә Исмәғилев. Ауылда барыр ере, батыр күле булмай, яҙмыш юлы уртаһында аптырап ҡалған ир. Ҡасан барма магазин янында тора, мәрхәмәтлерәк кешеһе осраһа, ҡулына берәй нәмә тоттороп та китә ине. Күрше Свобода дауаханаһына һалып та ҡаранылар - ҡасып ҡайтты. Йорто бар ҙа, уныһы һыуыҡ, йәшәр әмәл юҡ, туғандар ҙа юҡ, ҡайҙандыр килгән аҡса ла юҡ. Хәмзә ағай артынан ауыл хакимиәте күп йөрөнө, кешенең бындай хәлен тыныс ҡына ситтән ҡарап тороп булмай. Ниһайәт, тырыша торғас, был ир инвалидлыҡ алған, тимәк, ҡарттар йортонамы, башҡа төрлө учреждениеғамы һалырлыҡ нигеҙ бар (ошоңарсы һап-һау ир, ҡулында кәрәкле документы юҡ, тип махсус урынға алмай килделәр). Бына ике-өс көн элек ауылдағы дөйөм ятаҡ тип йөрөтөлгән (совхоз ваҡытында шулай ине, хәҙер капитализм - бүлмәләрҙе приватизация яһап бөттөләр) бинанан бүлмә биргәндәр. Ваҡытлыса. Бүлмә ныҡ йылы, ирҙең ашарына ла бар. Ошо көндәрҙә барлыҡ медицина анализдары тураһында мәғлүмәт билдәле була - Хәмзә ағайҙы махсус учреждениеға урынлаштырасаҡтар, ауылдан йырағыраҡ ергә - йә тағы ҡасыр ҙа ҡайтыр. Х. Исмәғилев менән “Юшатыр” бәйләнешкә сыҡты, ағайыбыҙ кем уға ярҙам иткән (дауахана буйлап йөрөткән, кейем, ашарына биргән, документтарын юллашҡан ауыл хакимиәтенә) барыһына ла рәхмәт уҡып бөтә алмай. Кеше хәлен кеше белмәгән заманда йәшәйбеҙ тиһәләр ҙә, был ағайҙың яҙмышы шулай ыңғай яҡҡа боролоп китеүен күреү ҙур шатлыҡ. Кешенең кешегә битараф булмауы һөйөндөрә. Гөлназ Әҙһәмова, үҙ сиратында, район башлығы Юлай Ильясовҡа рәхмәт әйтә, уға яҙғас та реакция булды ти. Юҡһа, ир кеше һаман булһа магазин төбөндә туңып торор ине.
Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: