Все новости
Мәрхәмәтлек
15 Ноября 2019, 11:26

Шаңҡытты!

Күптән түгел район хакимиәтендә бәлиғ булмағандар эше буйынса сираттан тыш комиссия ултырышы уҙҙы. Ултырыш Көйөргәҙе районында тыуып-үҫкән Үзбәкстан гражданы, өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе яңғыҙ әсәнең мөрәжәғәте буйынса үткәрелә.

Өс балалы ғаилә ауыр тормош хәленә тарый. Улар 2012 йылда Үзбәкстандан тыуған яҡтарына йәшәргә ҡайта һәм 2019 йылға тиклем Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәү өсөн рәсми рөхсәт буйынса йәшәйҙәр. Быйыл август айында әсә кеше иҫке паспортын яңы биометрик паспортҡа алыштырыу өсөн Үзбәкстанға барып ҡайтырға мәжбүр була һәм Рәсәйҙә йәшәү рөхсәтен оҙайтыу срогын үткәреп ебәрә. Уға штраф һалына. Ғаиләләге иң ҙур бала әлеге көндә 11-се класта уҡып йөрөй һәм ул ошоға хәтлем паспор алмаған, һаман да Үзбәкстандың тыуыу тураһында таныҡлығы менән йәшәп ята. Әсә кеше фермала алмаш һауынсы булып ҡына эшләй, 4-5 мең һум ғына эш хаҡы ала. Был аҡсаға ул улына паспорт йүнләр өсөн Мәскәү йәки Ҡазандағы Үзбәкстан илселегенә бара алмай. Әлеге көндә паспорты ла, ваҡытлыса йәшәү өсөн рөхсәте лә булмаған 11-се класс уҡыусыһын тиҙҙән буласаҡ Берҙәм дәүләт имтихандарына кертмәйәсәктәр.

Ғаилә әлеге көндә мейес менән йылытылған шәхси йортта көн күрә. Бурыстары күп булыу сәбәпле газдарын өҙөп киткәндәр. Өс бала ла ауыл мәктәбендә Үзбәкстандың тыуыу тураһында таныҡлығы менән уҡып йөрөй. Балаларҙың барыһы ла яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, насар ғәҙәттәре юҡ.

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов был ғаиләнең эшен үҙенең шәхси контроленә ала. «Мәктәпте тамамларға йөрөүсе баланың документы менән эште тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Әгәр өлгөрмәһәк, уҡыусы мәктәптән справка менән генә сығып китәсәк», - тип борсола ул һәм эште тиҙ арала хәл итергә кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Ғаиләне шул уҡ көндө Өфөгә медицина тикшереүе үтергә оҙаталар. Уны үткәс тә, 6 мең штрафтарын түләп, балаларға ваҡытлыса йәшәү рөхсәт алыу өсөн документтарын тапшырыу бурысы тора. Шулай уҡ ноябрь аҙағына тиклем әсә кешене ҙур улы менән бргә Үзбәкстан илселегенән Үзбәкстан гражданы булараҡ улына биометрик паспорт алыу өсөн ебәрергә ҡарар ителә. Был паспорт менән егет БДИ тапшырыу һәм хәрби хеҙмәткә барып ҡайтыу өсөн хоҡуҡ ала.

«Әгәр әсә кеше үҙе үк райондың мәрхәмәтлек фондына ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәһә, был ғаиләнең хәле тураһында мин бөтөнләй белмәҫ тә инем. РФ гражданлығы алмаған әсә бер ниндәй ҙә социаль ярҙам, пособиелар алмауы көн кеүек асыҡ. Ул бына нисә йыл инде проблеманы үҙ аллы хәл итергә тырыша. Бер нисә тапҡыр ярҙам һорап чиновниктарға һәм депутаттарға мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә уны ишетеүсе лә, иғтибарға алыусы ла булмаған. Матди ярҙам күрһәткәне өсөн «Искра» хужалығы рәйесе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға рәхмәт. Шулай уҡ балаларҙы ауыр хәлдә ҡалдырмаусы мәктәп директорына, класс етәксеһенә рәхмәт. Тағы ла бер яңылыҡ мине шаңҡытты: класс етәксеһе балалары менән медицина тикшереүе үтһен өсөн әсәгә 17 мең һум аҡса биргән!

Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның эшмәкәрлеге күп һорауҙар тыуҙыра. Социаль хеҙмәттең дә эшмәкәрлегенә етди анализ һәм корректировка яһарға талап ителә », - тип яҙа был хәл тураһында Юлай Талха улы интернет селтәрендә.

Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия тағы ла буласаҡ һәм унда 11-се класс уҡыусыһына тиҙерәк паспорт юллау мәсьәләһе ҡараласаҡ. Был хәлде башҡарыр өсөн финанс мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк буласаҡ.


Көйөргәҙе районында йәшәгән был ғаилә тураһында БР Башлығы Радий Хәбировҡа ла мәғлүмәт барып еткән һәм ул интернет селтәрендә бына нимәләр яҙа:

- Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Был һүҙҙәрҙе ҡабатлаған саҡта, мин нимәне күҙ уңында тотам һуң? Мәҫәлән, Башҡортостанда тыуған бынамын тигән әсә Гөлмирә Биксурина үҙенә һәм балаларына Рәсәй гражданлығы алырға тырышып бюрократизм менән көрәшә. Улар Үзбәкстандан 2012 йылда Көйөргәҙе районына йәшәргә ҡайта. Әгәр уларға ярҙам итмәһәк, балалары Берҙәм дәүләт имтиханына теркәлмәйәсәк. Бөтә ғаләм менән ярҙам итәбеҙ. Был тарих бер кемде лә — күршеләрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла, Көйөргәҙе районы хакимиәтен дә битараф ҡалдырманы. Күп тапҡырҙар Мәскәүгә лә, Өфөгә лә барырға ярҙам итербеҙ, балаларын да ҡарап торорбоҙ һәм шулай уҡ улар кире яуап алмаһындар өсөн әҙерләнәсәкбеҙ. Кешенең этник сығышы ла, уның документтарында нимә яҙылыуы ла мөһим түгел. Күрше йәшәйбеҙ, тимәк, кеше яфа сигә икән, беҙ ситтә ятып ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ — шуны аңлата ла инде.


Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: