Все новости
Мәрхәмәтлек
22 Ноября 2019, 11:00

Ут ашап бөткән

«Һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ», - тип күпме яҙалар, әйтәләр, һөйләйҙәр, тыҡыйҙар, тик ниңәлер ут ҡорбандары кәмемәй. Көн дә тиерлек йән әрнеткес яңылыҡтар ишетелә. Көйөргәҙе районында ла янғын йәһәтенән хәлдәр ал да гөл түгел. Йыл башынан районда 77 янғын булған, 4 кеше ут ҡорбанына әйләнгән. Сираттағы тапҡыр әйтәбеҙ, юҡ, ялбарабыҙ: үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Күптән түгел Яңы Аллабирҙе ауылында бер йорт янған, был йортта хужаға ялланып көтөү көткән ике ир йәшәгән булған, береһе, бәхеткә, йортта булмаған, икенсеһе йоҡларға ҡалған, ә йоҡлап китер алдынан тәмәке ҡабыҙған. Һөҙөмтәлә 1955 йылғы ир һәләк булған.
Яңыраҡ Яҙлау ауылында ла янғын сығыуы билдәле булды. Пенсионер ҡатын бесәнһеҙ ҡалған, малдарға ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бесәнде ут ашап бөткән. Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте бесәнһеҙ ҡалған Рәмзиә Артюхинаны ярҙамһыҙ ҡалдырманы, ошо көндәрҙә ҡышҡа етәрлек бесән менән тәьмин итте.
- Ҡуй сәле, уйламағанда ҡаза килде лә сыҡты. Хәҙер ҡалайтырмын тип аптырап ултырғанымда, Хоҙай үҙе ярҙам ебәрҙе - Яҡшымбәт ауылы башлығы Юнир Сынбулатов бесәнен дә, һаламын да бирҙе. Уны тракторсы Миңнулла Вәлитов килтереп ауҙарып та китте. Ике һарыҡ та ике кәзә минең. Телдәре генә юҡ, улар рәхмәтте миңә ҡарағанда ла күберәк итеп әйтерҙәр ине. Миңә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ғаиләләрендә именлек, эштәрендә уңыштар теләйем, - ти Рәмзиә Артюхина.
Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: