- Ауылыбыҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты кәртәләре иҫкергәйне. Фермерыбыҙ Илшат Мәзитов үҙ теләге менән 15 мең һум аҡса бирҙе. Ошо суммаға ФАП-тың кәртәләрен алмаштырып ҡуйҙыҡ. Әйткәндәй, Илшат Рәшит улы һәр саҡ ауыл советына бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеп тора. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса былтыр Йомағужа зыяратын, быйыл Илкәнәй зыяратын кәртәләүгә ирештек. Был изге эштәрҙә лә Илшат Мәзитов финанс ярҙамы күрһәтте. Шулай уҡ Реаль эштәр программаһы буйынса башҡарылған проекттарҙа ла һәр саҡ уның ярҙамын тоябыҙ. Киләһе йылға планлаштырып ППМИ программаһында ҡатнашыуыбыҙҙы әйткәс, эшебеҙҙе хуплап, ул тағы ла ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Илшат Рәшит улы кеүек егеттәребеҙ булғанда, беҙ бирешмәбеҙ,эштәребеҙ ҙә ырап барыр, - ти Рөстәм Вахитов.