Беҙҙең Яҡшымбәт ауылы ағинәйҙәре бер ҙә генә тик ултыра белмәй. Әле бына тағы күмәкләшеп Ермолаеволағы балалар приютына барып ҡайттыҡ. Ундағы балаларға үҙебеҙҙең барлыҡ күңел йылыһын һалып бәйләгән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр һәм төрлө-төрлө тәмлекәстәр алып барҙыҡ. Шулай уҡ уларға оҫталыҡ дәресе лә бирҙек: башҡорт халҡының милли кейемдәрен күрһәтеп, халҡыбыҙҙың борондан килгән селтәр, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәренең нисек эшләнгәнен, уларҙың кешене нимәнән һаҡлағаны хаҡында һөйләнек. Балалар беҙҙе ихлас тыңланылар. Уларҙың да, үҙебеҙҙең дә күңелебеҙ булып таралыштыҡ.
Зөлфирә Сынбулатова ойоштороуында ауылыбыҙ ағинәйҙәре менән аҙнаһына бер тапҡыр китапханаға йыйылышабыҙ. Унда беҙ бергәләшеп китап та уҡыйбыҙ, бәйләмдәр ҙә бәйләйбеҙ, һуңынан күмәкләшеп ултырып сәй эсәбеҙ. Шулай итеп үҙебеҙҙең күңелде үҙебеҙ күреп ҡайтабыҙ. Ағинәйҙәр ойошмаһын Мәрйәм Искәндәрова етәкләй. Маһинур Мәҡсүтова, Сәлимә Бирҙина, Мөнирә Йосопова, Линера Бирҙина, Рәйлә Аҡһарова һәм башҡа ағинәйҙәр һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтәләр.