Все новости
Мәрхәмәтлек
24 Декабря 2019, 12:10

Табыш балаларға

Райондың Мәрхәмәтлек фонды әүҙем эш башҡара. Ошо көндәрҙә Ермолаевоның «Рамаҙан» мәсет биләмәһендә урынлашҡан беседкала йәрминкә уҙғарылған.

Райондың Мәрхәмәтлек фонды әүҙем эш башҡара. Ошо көндәрҙә Ермолаевоның «Рамаҙан» мәсет биләмәһендә урынлашҡан беседкала йәрминкә уҙғарылған. Был көндө һатып алыусыларға мәсеткә күршеләш булған «Фасоль» аҙыҡ-түлек магазины үҙ продукцияһын тәҡдим иткән. Бында һатып алыусылар байтаҡ булған. Йәрминкә ваҡытында йыйылған бөтә табыш балалар өсөн Яңы йыл бүләге алыу өсөн китәсәк.
- Арыу уҡ ҡына аҡса йыйылды. Был аҡсаға беҙ райондағы инвалид балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға Яңы йылға бүләктәр алдыҡ. Һәр саҡ беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған «Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәсимә Бабченкоға рәхмәтлебеҙ. Һәр бер башланғысты хуплап ҡаршы ала ул. Әлеге йәрминкәне үткәреүҙе лә Рәсимә Солтан ҡыҙы тәҡдим итте», - ти Көйөргәҙе районы Мәрхәмәтлек фонды директоры Рәмилә Рауил ҡыҙы Әхмәдова.
Читайте нас: