Все новости
Мәрхәмәтлек
24 Декабря 2019, 12:15

Йүгән янына ат булды

Хәтерегеҙҙә булһа, Республика көнөндә «Терра Башкирия» тип аталған ат сабыштарының финалы булғайны, унда Айбулат Әбдрәхимов исемле егетебеҙ икенсе урынды яулап, беҙҙең районды данға күмгәйне.

Хәтерегеҙҙә булһа, Республика көнөндә «Терра Башкирия» тип аталған ат сабыштарының финалы булғайны, унда Айбулат Әбдрәхимов исемле егетебеҙ икенсе урынды яулап, беҙҙең районды данға күмгәйне. Айбулат еңеү менән ҡайтҡас, уны ҡотламаған кеше ҡалманы, фермер Дамир Хәйбуллин ҡолон бүләк итәм, тип вәғәҙә бирҙе. Сәхнәнән йүгәнен тотторҙо. Тик йүгәнем бар, атым юҡ, тип йөрөрлөк егетме һуң Айбулат, бына үткән шәмбелә Дамир вәғәҙә ителгән ҡолондо яңы хужаһына тапшырҙы.
- Айбулат ярыштың тәүге этабында арттараҡ килде, шуға ныҡ борсолдо, инде эш финалға еткәйне, икенсе урынды алды, бындай ныҡыш егеттәр беҙҙең халыҡта күп түгел, эй, килеп сыҡманы инде, тип ҡул һелтәп, кәйефен төшөрмәне, ә тағы ла нығыраҡ сәмләнеп, барыбер призлы урынға сыҡты. Афарин. Миңә шул холҡо ныҡ оҡшаны һәм, егеткә дәрт өҫтәү йәһәтенән, уға ҡолон бүләк итергә ҡарар ҡылдым. Май айында тыуған малҡай ул, бүләкте ниңә шунда уҡ бирмәй тоттоҡ, аҙыраҡ ҡулға эйәләшһен тинек. Ышанам: ҡолонобоҙ саптар ат булып үҫер, Айбулаттың тоғро дуҫына әйләнер.
Ҡолон, машинаға тейәйем тигәс, бер ҡайҙа ла барғыһы килмәй, сыпырыңланы, тыуған ерҙәрҙе кемдең ҡалдырып киткеһе килһен, Мәмбәтҡол яландарына өйрәнгән малҡай Яҡшымбәт ҡырҙарын үҙ итерме? Шуға ла уны тынысландырҙыҡ: алама ҡулдарға бармайһың, алда һине дан-шөһрәт көтә. Үҙеңдең дә, Айбулаттың да, Көйөргәҙенең дә исемен бар ғаләмгә яңғыратырһың әле.
Малик ИЛЬЯСОВ
Әйткәндәй, 2020 йылда "Терра Башҡортостан" атлы-спорт турнирының беренсе этабы 22 февралдә башлана. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында конференц-бәйләнеш режимында барлыҡ муниципаль райондар вәкилдәре араһында йәрәбә үткәрелде. Хәйбулла, Ишембай, Бүздәк, Федоровка райондары жокейсылары беренсе булып ярышҡа сығасаҡ.
Киләһе йыл турнирҙың 12 этабы үтә. Ярыштарҙа 12 йәштән алып һәр теләгән ҡатнаша ала. Турнирҙың бөтә этабын да приз фонды менән тәьмин итеү планлаштырыла. Улар турнирҙа ҡатнашыусылар араһында бүленәсәк. Сабыштарҙа башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнаша ала.
Читайте нас: