15 ғинуарҙа ил башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәт менән сығыш яһай. 26 йылға беренсе тапҡыр Президент был Мөрәжәғәтте ғинуар айында башҡарасаҡ. Беҙ нисәмә йылдар, буржуйҙар менән булышып, үҙебеҙҙең ныҡ ярлы хәлдә ҡалыуыбыҙҙы һиҙмәгәнбеҙ ҙә баһа. В. Путин халыҡтың килеме кәмеүе тураһында әллә нисә әйтте, ошо Мөрәжәғәттә лә был мәсьәлә иң төп темаларҙың береһе буласаҡ. Ярлылыҡҡа ҡаршы фундаменталь ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, тип белдерҙе ил башлығы.
Ә әлегә, был фундаменталь эштәр башҡарылғансы, Күмертауҙағы «Пища Жизни» мәрхәмәтлек фонды мохтаждарҙы бушлай ашатыуын дауам итә. Яңы йыл байрамы алдынан улар ҡалала асығып йөрөгән һәр кемде ҡыуандырҙы. Ул көндө улар һәр бер һыйланырға теләгән кешене 32 литрлыҡ һауытта йәшелсәле макарон, 12 литрлыҡта винегрет, 6 литр фасолле аш, 16 вегетариан котлеты, 23 литр алма һуты, 96 лаваш, 84 татлы рогалик, 16 көлсә, 18 кг мандарин менән һыйланылар. Был аш-һыуҙы тәмләп ҡарағандарҙың барыһы ла бик ҡәнәғәт һәм рәхмәтле булып таралышты.