Әллә ҡайҙан килеп сыҡты был уй: фатирға бесәй алыу. Бесәй һыйыр түгел, уның файҙаһы нимәлә, кем белә, бына балаларға ҡыҙыҡ булыр тигән уй этәрҙе был эшкә. Ҡалала бесәй алам тиһәң, төрлө юлдары бар: урам буйында йөрөгәндәр бихисап, күңелеңә ятҡанын тот та керет. Шулай ҙа беҙ эшкә етдиерәк тотондоҡ: бесәйҙе һатып алырға кәрәк. Булғас, әҙәмсә, заманса булһын. Авитонан ҡараныҡ: атаҡ, һатыуҙағы бесәйҙәр хатта 20 меңгә лә бар. Юҡ, телевизор хаҡына бесәй алып булмай инде, арзанырағын һайлап, телефон аша осрашыуға һүҙ ҡуйышып, барып алдыҡ мәхлүкте. Алыуын алдыҡ, ата бесәйме, инәме икәненә иғтибар итеп тормағанбыҙ, беҙҙҙең өлөшкә төшкән көмөш гүзәл заттан булып сыҡты. Ярар, быныһы суҡынһын, балаларға бер йыуаныс булды, бесәй балаһы бигерәк ирмәк, уның ҡылыҡтары кәйефең юҡ саҡта ла күңелде күтәреп ебәрә. Ситтән ҡарағанда, интернетҡа фотоларын ҡуйғанда, уйнатҡанда-яратҡанда ғына ҡыҙыҡ, бесәйҙең мәшәҡәттәре лә күп икән дә. Артынан таҙартыу, мәҫәлән. Ауылда бесәйҙе әҙәмгә һанамайҙар, аяҡ аҫтында йөрөймө, йөрөй, хәжәтенә ваҡыт етһә, тышҡа сыға ла керә. Ҡалала был йәһәттән ауырыраҡ: махсус лоток, уға һалырға махсус тултырма тигән нәмә алырға кәрәк. Был тултырманың да төрлөһө бар: бысҡы юнысҡыларынан, активлаштырылған күмерҙән, цеолит, бентонит тигән нәмәҫтәкәйҙәрҙән. Ашатыу – айырым проблема. Ауыл бесәйе ашауға әрһеҙ була, нимә бирәһең, шуға ҡәнәғәт. Ҡаланыҡы наҙланырға ярата, магазинда һатылған ашамлыҡты ғына ашай, әллә беҙгә генә шундайҙар эләгә лә тора, ике бесәй алмаштырҙыҡ, ит, колбаса кеүекте бөтөнләй үҙ итмәнеләр, магазинда һатылған ҡытырлаҡты таптырып тик ултырҙылар, уларының да иң ҡыйбатын ғына яраттылар. Ҡай саҡ магазиндан күтәренеп ҡайтҡан әйберҙәрең араһында үҙеңә ашарға алғанға ҡарағанда, бесәйгә тип алғаны ҡыйбатыраҡ була, бесәй аҫрайым тиһәң, бай ҙа булырға кәрәк икән.
Беҙҙеке тигән бесәй генә шулай холоҡло булдымы, үҙенә кәрәккәндә генә яраттыра, кәйефе булмаһа, яҡын да юлатмай – бисә затынан инде, ҡалайтаһың.
Беренсе инә бесәйебеҙ балаланы бер ваҡыт. Уға саҡлы ир һорап аптыратты. Беҙҙең бәләкәй фатирҙа артыҡ йәндәр кәрәкмәй – бесәйҙең балаларын нимә эшләтербеҙ? Уларҙы һатып, кәсеп итеп, аҡса эшләп ятырғамы? Юҡ, беҙҙән була торған эш түгел был. Бесәйҙе, ишекте бикләп, бер ҡайҙа ла сығармай тоттоҡ – теләге бөтөр, һорар-һорар ҙа онотор. Онотто! Күҙҙәрен майландыра ла ҡарап тик тора, ҡысҡыра. Аптеканан әллә ниндәй дарыуҙар алдыҡ, эсерә торғаны ла бар, һиптерә торғаны ла. Уңарсы ҡайҙандыр ишеткән хәбәр буйынса йылы һыу һалынған тасҡа ултыртып та ҡараныҡ. Быларҙың береһенең дә файҙаһы булманы. Ахырҙа бирелдек –тәбиғәткә ҡаршы барып булмай, үҙеңде шундай ваҡытта бикләп тотһалар нишәр инең – сығарып ебәрҙек быны. Балаланы бесәйебеҙ. Мең бәлә менән ауылда бер кешене табып оҙаттыҡ «ейәндәрҙе» –ауыл ҡала түгел, иркендә рәхәтерәк булыр. Һәм бесәйбеҙҙе күтәрҙек тә ветстанцияға йүгерҙек, бестерергә. Һыйырҙы ғына быҙаулатыуы ауыр, былар ни йылына бер нисә тапҡыр балалай ала.
Ниңә улай булғас, бер нисә тапҡыр алдығыҙ уларҙы тиһегеҙме, тәүге алған бесәйҙе урамда машина тапаны (тышҡа сығырға өйрәнеп алғайны мәхлүк, фатир майҙаны ныҡ тар булды уға, күрәһең), был ҡайғыны баҫыр өсөн, тиҙ арала яңыһын таптыҡ, ана шул өҫтә яҙылған инә бесәйҙе. Балалар бәләкәй ине, үҙебеҙ бесәй юғалтыу ҡайғыһын нисек тә үткәреп ебәрер инек, уларҙы йәлләнек – бесәйгә ныҡ өйрәнгәйнеләр.
...Бик тә эшең булмаһа, бесәй ал икән, ҡайҙа барып ултырһаң да йөнө эләгә, эшкә тип арыуҙан кейенеп сығып китәһең, йә осаңа, йә аяғыңа бер услам йөн йәбешеп китеп барыуы ихтимал. Тәпешкейеңә бес итеп китмәһә, бик хуш, иәүге алған бесәйебеҙҙең шундай холҡо булды. Йөн бәләһе генә пүстәк, бына кесе хәжәтен берәй аяҡ кейеменә үтәп китһә, бөттө, хет әллә ниндәй Ваниш-маништар менән йыу, еҫен бөтөрөрлөк түгел.
Әллә сығарырға ла быраҡтырырғамы быны, тигән ҡотортҡос уй ҙа килә башҡа, шунан күҙ алдына килтерәһең: ҡайҙалыр урамда йөрөй бесәй, ас, бысраҡ, өшөгән. Ниндәйҙер әтрәгәләмдәр туҡмап, мыҫҡҡылап китеүе, зәхифләүе, үлтереп китеүе лә бар. Бесәй –тере йән, уның да күңеле, хәтере бар, беҙ - хужалары тураһында ни уйлар? Уны ауыр хәлдә ҡалдырып, тыныс ҡына йоҡлап ятып булырмы? Юҡ, булмай, ни булһа ла, Хоҙай биргән ғүмерен беҙҙең менән үткәрә инде, һайлап алған яҙмышыбыҙ шулдыр.