Все новости
Мәрхәмәтлек
21 Января 2020, 12:00

Туҙан да иҙәнгә төшөп өлгөрмәй

Кисә Свобода ауылындағы Ҡарттар йортонда ҙур байрам үтте. Бында район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Салауат һәм Күмертау епискобы Николай ғәли йәнәптәре, Көйөргәҙе мәрхәмәтлек фондының Попечителдәр советы рәйесе Лилиә Михайлова һәм башҡа бик күп вәкилдәр килде.

Кисә Свобода ауылындағы Ҡарттар йортонда ҙур байрам үтте. Бында район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Салауат һәм Күмертау епискобы Николай ғәли йәнәптәре, Көйөргәҙе мәрхәмәтлек фондының Попечителдәр советы рәйесе Лилиә Михайлова һәм башҡа бик күп вәкилдәр килде.
Ҡунаҡтар тәүҙә ҡарттар йәшәгән бүлмәләрҙе ҡарап, уларҙың хәлдәрен белешеп сыҡты. Ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙең барыһы ла бындағы шарттар менән ҡәнәғәт булыуҙарын, тәмле ашатыуҙарын белдерҙе. Күптән түгел генә Бөгөлсәндән бында йәшәргә килгән хаҡлы ялдағы 68 йәшлек уҡытыусы Зинаида Копонева: «Шул тиклем рәхәт миңә. Туҙан иҙәнгә төшөп тә өлгөрмәй, бер туҡтауһыҙ йыуып-таҙалап ҡына торалар. Үҙемдең балаларымдың барыһы ла алыҫ рейстарға йөрөйҙәр, яртышар йыл өйҙә булмайҙар. Шуға күрә һәр ваҡыт эргәмдә була алмайҙар. Ауылда йәшәгәс, һыуын да ташыр кәрәк, ә бында бөтә нәмә әҙер, хөрриәт. Санаторийҙа кеүек йәшәйем», - ти. Епископ ҡарттарҙың иң йәшенә һәм иң олоһона нисә йәш һәм шулай уҡ иң оҙаҡ йәшәүселәр менән ҡыҙыҡһынды. 54 йәштән алып 93 йәшкәсә ҡарттар көн күрә икән бында. Иң оҙағы - 16 йыл бында ғүмер итеүсе кеше Федоровка районынан.
Артабан сара тамашасылар залында дауам итте. Юлай Талха улы: «Ҡәҙерлеләрем минең, үтеп киткән Яңы йыл байрамдары менән һеҙҙе! Беҙ һәр ваҡыт ҡулыбыҙҙан килгәнсе һеҙгә ярҙам итәбеҙ һәм итәсәкбеҙ. Әле бына яңыраҡ мебель һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алыштыҡ. Иң мөһиме — өмөтөгөҙҙө һүндермәгеҙ», - тип сәләмләне.
Был көндө район артистары Ҡарттар йортонда йәшәүселәр өсөн матур концерт программаһы әҙерләп күрһәтте. Шулай уҡ Ҡыш бабай уларға күстәнәстәр таратты. Ололарҙың күңеле булып таралды был саранан.
Читайте нас: