Все новости
Мәрхәмәтлек
23 Января 2020, 13:55

Ихлас һөйләштек

ИШМОРАТОВ РӘШИТ, Шабағыш ауылы: - Тормош тураһында, һуғыш тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ Радий Хәбиров менән.

ИШМОРАТОВ РӘШИТ, Шабағыш ауылы:
- Тормош тураһында, һуғыш тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ Радий Хәбиров менән. Үҙебеҙҙең мосолман кешеһе бит ул, шуға ябай телдә, күрше менән һөйләшкән кеүек рәхәтләнеп әңгәмәләшеп алдыҡ. «Тиҙҙән Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, мөмкинлегегеҙ булһа, мәктәптәргә барығыҙ, уҡыусылар менән осрашып үҙегеҙ һуғышта күргән-кисергәнегеҙҙе һөйләгеҙ», - тине ул. Йөрөй алһаҡ, йөрөрбөҙ, Алла бирһә. Шайморатов генерал тураһында ла һөйләштек. Уға Герой исеме бирергә, һәйкәл ҡуйырға йыйыналар икән. Минең хоккей ҡарарға яратҡанды ла әллә ҡайҙан белеп торасы. Хоккейҙы өйҙә ултырып ҡына рәхәтләнеп ҡарарһың, тип ҙур телевизор бүләк итте, рәхмәт инде Радий Фәрит улына.
Читайте нас: