Все новости
Мәрхәмәтлек
1 Февраля 2020, 16:00

Ҡоралланғандар, ташланғандар

Абдул балалары А. Гайдар китаптарын уҡыйҙырмы, әммә был ауылда тимур хәрәкәте шәп эшләй.

Абдул балалары А. Гайдар китаптарын уҡыйҙырмы, әммә был ауылда тимур хәрәкәте шәп эшләй. Абдулды ла, башҡа ауылдарҙы кеүек, ҡар баҫты. Бигерәк тә ололарға ҡыйын - урамға сығам тиһәң дә ҙур бәлә. Мәктәп уҡыусылары, көрәк менән ҡоралланғандар ҙа, инәйҙәргә ярҙамға ташланғандар. Ҡайһы бер балаларҙың көрәктәре үҙҙәренән дә ҙур, шулай ҙа малай-ҡыҙҙар эште бик етеҙ башҡарып сыҡҡан, был эш ҡалын китап яҙырлыҡ булмаһа ла, мәктәптә матур инша яҙырлыҡ - «Мин нисек итеп сауаплы булдым.»
Читайте нас: