Все новости
Мәрхәмәтлек
21 Февраля 2020, 11:18

Геройҙар — беҙҙең арала

Әкиәт батырылай ҡыйыу булып танылыу өсөн көн һайын йыһанды ҡотҡарыуға ташланырға кәрәкмәй, бары тик эргәбеҙҙә йәшәгән һәм мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу ҙа етә.

Әкиәт батырылай ҡыйыу булып танылыу өсөн көн һайын йыһанды ҡотҡарыуға ташланырға кәрәкмәй, бары тик эргәбеҙҙә йәшәгән һәм мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу ҙа етә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан беҙ кешеләргә эскерһеҙ ярҙам иткән өс кешене таптыҡ һәм үҙ тарихы менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
Урам музыканты балалар йорто өсөн һигеҙ тоҡ уйынсыҡлыҡ аҡса йыйған
Юрий Иванов
– Мин Бөрө ҡалаһындағы балалар йортонда үҫтем, әсәйҙе тәрбиәсем Клавдия Ивановна алмаштырҙы. Беҙҙе бик ҡәтғи шарттарҙа тәрбиәләнеләр. Үҙебеҙҙең хужалығыбыҙ булды, унда картуф сәстек, утын быстыҡ һәм ярҙыҡ, ҡул эштәренә өйрәндек. Һөҙөмтәлә яҡшы кешеләр булып үҫтек! Бының өсөн тәрбиәселәребеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ.
Бер мәл Яңы йыл байрамы алдынан күрше хәрби частан курсанттар килде. Уларҙың береһе миңә бер ҡап ҡәләм бүләк итте. Ошо ваҡиға ғүмерлеккә хәтеремдә уйылып ҡалды. 2017 йылда «Фәрештә – Юл япрағы» фондының ирекмәне булып киттем һәм балалар йорттары, интернаттар буйлап концерт менән йөрөй башланым. Һуғыш йылдары йырҙарын, төрлө фильмдарҙағы көйҙәрҙе, билдәле йыр-моңдарҙы башҡарам. Һәр концерт программаһына мотлаҡ балалар йортонда саҡта өйрәнгән мексика бейеүе индерелә. Бөтә республиканы йөрөп сыҡтым, тип әйтергә мөмкин инде.
Бер ваҡытта ла буш ҡул менән бармайым. Күстәнәс һәм бүләктәргә баянда уйнап аҡса туплайым. Мине күптәр күргәне барҙыр: ғәҙәттә, Черниковка биҫтәһендәге «Тирәктәр» сауҙа үҙәге янында төшкө өстән киске алтыға тиклем уйнайым. Көнөнә ике-өс мең һум аҡса эшләйем. Ул аҡсаға магазиндан кәнфиттәр, уйынсыҡтар һатып алам. Балаларға аккумулятор ярҙамында эшләгән самокат һатып алғым килә, әммә уның хаҡы ҡиммәт – 30 мең һум самаһы, ул аҡсаны бик оҙаҡ йыйырға тура киләсәк.
Минең өсөн концерттан һуң балаларҙың эргәмә килеп һырып алыуынан, ҡосаҡлауынан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ.
Спецназ ветераны балаларҙы бушлай ҡул һуғышы серҙәренә төшөндөрә
Евгений Левин
– 15 йыл Эске эштәр министрлығының махсус йүнәлештәге отрядында хеҙмәт иттем һәм бер нисә йыл элек майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡтым. Шул саҡта уҡ өйҙә ултырып сыҙамаясағымды аңланым һәм балалар менән эшләргә ҡарар иттем. Балаларҙы ныҡ яратам, улар менән аралашыу күңелгә рәхәтлек бирә. Мин ысынлап та уларҙы күп нәмәгә өйрәтә, үҙ тәжрибәм менән уртаҡлаша алам. Дуҫым, хәрби хәрәкәттәр ветераны Эдуард Ғабдрахманов менән бергә Өфөнөң Ленин районындағы «Ал елкәндәр» йәштәр клубтары берләшмәһе янында «Булат» тип аталған хәрби-патриотик клуб астыҡ. Унда балаларҙы ҡул һуғышы нескәлектәренә өйрәтәбеҙ. Күнекмәләр тулыһынса бушлай. Әлеге ваҡытта яҡынса 60 бала йөрөй, шуларҙың һигеҙе – ҡыҙҙар.
Миндә шөғөлләнгән балаларҙың яҙмыштары төрлө: кемеһенеңдер – атаһы, икенсеһенең – әсәһе, өсөнсөләренең өлгө алырлыҡ кешеһе юҡ. Был тормошта артыҡ рәхәтлек күрмәгән үҫмерҙәр нисек итеп яҡшы кешеләр булып үҫһен? Күнекмәләр ваҡытында улар күп нәмәгә, иң мөһиме – иптәштәре менән бер команда булып эшләргә өйрәнә. Был улар өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Тәрбиәләнеүселәрем яҡшы кешеләр булып үҫер, тип ышанам. Эйе, барыһы ла әрме хеҙмәтенә лә бармаҫ, хәрби булып та китмәҫ, әммә ысын кеше булһалар – был үҙе үк ҙур ҡаҙаныш.
Беҙҙә тәртип ҡаты, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Дәрестәргә бер кем дә һуңламай. Балаларҙың уҡытыусылары менән дә бәйләнеш тотам, кемдең нисек уҡыуын белешеп торам. Улар миңә хатта көндәлектәге баһаларын күрһәтә. Беҙҙә ҡағиҙә шулай: әгәр мәктәптә өлгәшең насар икән, клубҡа йөрөй алмайһың.
Бөгөнгө балаларға ата-әсә иғтибары етешмәй, бәлки, шуғалыр ҙа улар гаджеттар донъяһында йәшәй. Улар аҙ хәрәкәтләнә, физик йәһәттән үҫешергә теләмәй. Бөтә ҡыҙыҡһыныуҙары компьютер уйындарына барып тоташа. Үкенескә ҡаршы, ундай балалар күп. Минең бурысым – уларҙы компьютер артынан сығарыу, унан да ҡыҙыҡлыраҡ, файҙалыраҡ донъя барлығын күрһәтеү. Ата-әсәләрҙең балаларына иғтибар бүлеп еткермәүе йәл, әлбиттә. Тап атай менән әсәй уларҙың буш ваҡытын файҙалы һәм сифатлы итеү юлдарын эҙләргә тейеш.
Мәктәп уҡыусыһы юғалған балаларҙы һәм ололарҙы эҙләүҙә ярҙам итә
Руслан Хәбиров
– Миңә 17 йәш, туғыҙынсы класта уҡыйым һәм дүрт йылдан ашыу «Балаларҙы эҙләү – Өфө» төркөмөндә Иглин һәм Нуриман райондарында юғалған кешеләрҙе табышыуҙа ярҙам итәм. Элегерәк юғалыусылар хаҡында социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт таратыу, урамда иғландар йәбештереү менән шөғөлләнә инем, 2018 йылдан координатор булып киттем һәм хәҙер үҙем төркөм йыйып, эҙләү ойошторам. Беҙгә йыш ҡына ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, юғалған кешеләрҙең туғандары мөрәжәғәт итә. Былтыр мин Өфөлә үткән «Йыл ирекмәне – 2019» конкурсында ҡатнаштым һәм баш ҡаланың «Иң яҡшы ирекмән-эҙәрмәне» булып танылдым. Башҡарған эшеңде баһалауҙары – үҙе ҙур шатлыҡ.
Ике йыл элек йөрәгемә ҡатмарлы операция яһанылар. Ул түләүле булды һәм кәрәкле сумма башлыса мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән йыйылды. Сәләмәтлегемә бәйле борсолоуҙар артта ҡалды, ә башҡаларға ярҙам итеү теләге нығынды ғына.
Читайте нас: