Все новости
Мәрхәмәтлек
21 Февраля 2020, 12:18

Тыуған ер һауаһы һеңгән күстәнәстәр

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан район Мәрхәмәт фонды, ҡатын-ҡыҙҙар Советы, Көйөргәҙе районы хакимиәте менән берлектә, әлеге ваҡытта илебеҙ тыныслығын һаҡлап әрме сафтарында хеҙмәт итеп йөрөгән егеттәр өсөн махсус акция үткәрҙе. Был матур сара сиктәрендә районыбыҙҙан сыҡҡан Һалдаттарға посылкалар ебәрелде.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан район Мәрхәмәт фонды, ҡатын-ҡыҙҙар Советы, Көйөргәҙе районы хакимиәте менән берлектә, әлеге ваҡытта илебеҙ тыныслығын һаҡлап әрме сафтарында хеҙмәт итеп йөрөгән егеттәр өсөн махсус акция үткәрҙе. Был матур сара сиктәрендә районыбыҙҙан сыҡҡан Һалдаттарға посылкалар ебәрелде.
- Әлеге көндә районыбыҙҙың 81 егете Тыуған ил алдында үҙ бурысын үтәп, һалдат сафында хеҙмәт итә. Алыҫ Көнсығышта, Абхаз республикаһында, Һарытауҙа, Приморье крайында күптәр беҙҙең арыҫландар. Был иҫәпкә контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр, хәрби уҡыу йорттарында уҡыған курсанттарыбыҙ ҙа керә.
Ошо 81 һалдаттың 79-ына посылка йыйылды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2 һалдаттың хеҙмәт урындарын әйтә алманылар. Күстәнәстәр Мәрхәмәтлек фонды тарафынан алынды. Был изге эштән район хакимиәтендә эшләгән ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар ҙа күстәнәстәрҙе һалыу өсөн 79 коробка алыуға үҙ өлөштәрен индерҙе. Коробакалар эсенә кәнфиттәр, шоколад йыйылмалары, печенье, ҡуйыртылған һөт, Отрада ауылы балы һәм башҡа ризыҡтар һалынды. Волонтерҙар күстәнәстәрҙе тултырырға ярҙам итте. Посылка эсенә шулай уҡ район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов исеменән ҡотлау асылмалары, Зәк-Ишмәт, Бахмут, Таймаҫ мәктәбе уҡыусылары тарафынан яҙылған хаттар, һалдаттарыбыҙҙы ҡурсалап торһон өсөн уҡыусылар ҡулдары менән эшләнгән бетеүҙәр. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе, хажий, Азат хәҙрәт Хәлиловтың мосолман һалдаттары өсөн бүләк иткән Йәсин китаптарын да һалдыҡ, - ти район хакимиәте башлығының ярҙамсыһы Айнур Ҡәҙимов.
Тыуған районыбыҙ һауаһы һеңгән, районыбыҙ халҡының күңел йылыһы ҡунған күстәнәстәрҙе алғас, моғайын, егеттәребеҙ сикһеҙ ҡыуанырҙар. Илебеҙ именлеген һаҡлап, ирлек бурыстарын теүәл үтәп, иҫән-һау йөрөп ҡайтҡас, ошо сараны ойошторған кешеләргә килеп рәхмәт тә әйтерҙәр әле. Иң мөһиме иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһындар яҡташтарыбыҙ.
Читайте нас: