Все новости
Мәрхәмәтлек
14 Апреля 2020, 13:00

Шатлығымдан илайым

- Беҙҙе ҡыуандырғанығыҙ өсөн Хоҙай үҙегеҙҙе ололаһын. Һеҙгә һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.Беҙҙең дүрт балабыҙ бар. Радмирҙың игеҙәге лә бар. Улар тыуғанда уҡ кәүҙә ауырлыҡтары бәләкәй булды. Өсөбөҙҙең дә хәлебеҙ насар булғас, игеҙәктәрҙе Өфөгә дауаханаға алып киттеләр, сабыйҙар унда ике айҙан артыҡ яттылар. Улығыҙҙы дауаханала ҡалдырығыҙ, сәләмәтлеге сикләнгән тип, табиптар өгөтләһә лә, беҙ уны бер һүҙһеҙ алып ҡайттыҡ. Бала саҡта ла йыш ауырыны Радмир. Һәр саҡ ярҙам итеүсе, беҙҙе хәстәрлегенән, иғтибарынан айырмаған Яҡут ауылы фельдшеры Роза Әбйәлиловаға, Мораптал дауаханаһынан педиатрҙар Роза Аҡсаринаға, Әлиә Ниғмәтуллинаға оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Улар һәр саҡ беҙҙең янда булдылар, үҙ ярҙамдарынан өҙмәнеләр, - ти Радмирҙың әсәһе Эльвира.

Үткән аҙнала уларға мөмкинлеге сикләнгән улы Радмир өсөн электр менән идара ителеүсе инвалид коляскаһын өйҙәренә алып барып тапшырҙылар.
Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: