Все новости
Мәрхәмәтлек
28 Апреля 2020, 18:00

«Беҙ бергә»

Ни өсөндер ярҙам һүҙен күп балалылар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән генә бәйләйҙәр. Был осраҡта (карантин арҡаһында) бар халыҡҡа ла иғтибар кәрәктер, тип уйлайым. Һәр ғаиләгә индивидуаль тикшереү, иғтибар биреү, мотлаҡ булырға тейеш.

Альфира НИҒМӘТУЛЛИНА, Яңы Морапталдағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей директоры:

- Мохтаждар исемлегенә күптәрҙе индерергә була. Күп балалалы ғаиләләрҙе, аҙ тәьмин ителеүселәр, яңғыҙ йәшәүселәр һ.б. Икенсе яҡтан ҡараһаң, күп балалы ғаиләләргә, йә аҙ тәъмин ителеүселәргә былай ҙа иғтибар күп: льготалар, пособиялар, аҡсалата ярҙам булһынмы, аҙыҡ-түлек менәнме... Ә 1-2 балалы ғаиләгә бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ. Ошондай ғаиләләге ата-әсәләрҙең күбеһе шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләп, карантин арҡаһында эшһеҙ-ашһыҙ ҡалды. Шундайҙарға нимә эшләргә? Уларҙы иғтибарға ла алмайҙар. Бер балалары булып та, осон-осҡа бәйләп, ипотека (һ.б.) түләп йәшәүселәр һаны ла күп бит. Ни өсөндер ярҙам һүҙен күп балалылар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән генә бәйләйҙәр. Был осраҡта (карантин арҡаһында) бар халыҡҡа ла иғтибар кәрәктер, тип уйлайым. Һәр ғаиләгә индивидуаль тикшереү, иғтибар биреү, мотлаҡ булырға тейеш.
Тулы материалды гәзитебеҙҙең 34-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: