Все новости
Мәрхәмәтлек
30 Апреля 2020, 17:47

Компьютерлы булдылар

Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы ШӘМСЕТДИНОВА, Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе директоры:- Компьютер техникаһына мохтаж булған ғаиләләр беҙҙең мәктәптә лә күптәр.

Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы ШӘМСЕТДИНОВА, Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе директоры:
- Компьютер техникаһына мохтаж булған ғаиләләр беҙҙең мәктәптә лә күптәр. Улар араһынан иң-иң мохтаж булған 22 ғаиләне билдәләгәйнек. Әле Мәҡсүтовтар ғаиләһенә компьютерлы булыу бәхете йылмайҙы. Уларҙың ғаиләһендә 7 бала, 4-әүһе мәктәп уҡыусыһы. Иң оло ҡыҙҙары 11-се класта белем ала. Ғаиләлә балалар мосолман дине буйынса тәрбиәләнә. «Берҙәм Рәсәй» партияһы аша эшләнгән бүләкте ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итеп алағандарҙыр, тип ышанам. Бындай ярҙам башҡа мохтаж ғаиләләргә лә килеп етһә, беҙ ҙә бик шат булыр инек.
Тулы материалды 36-сы һанда уҡығыҙ.
Читайте нас: