11-се класта уҡығандарға ошо көндәрҙә планшеттар тарата башланылар. Районда сығарылыш класы уҡыусыларының һаны — 87. Уларҙың барыһына ла планшет таратмайҙар, әлбиттә. Бындай бәхет мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға ғына йылмая. Ундайҙар һаны районда — 12. Ошо көндәрҙә 9 планшет үҙ хужаларын табасаҡ.
- Ғаиләбеҙҙә 5 бала тәрбиәләйбеҙ. 4 ҡыҙыбыҙ һәм 1 улыбыҙ бар. Иң оло ҡыҙым Өфөлә нефть университетында уҡып йөрөй. Икенсе ҡыҙым 11-сене, ә улым 9-сыны тамамлай. Тағы бер ҡыҙым 2-се класта белем ала, иң бәләкәйе балалар баҡсаһына йөрөй. Планшет алып килеп бүләк итеп, беҙҙе ныҡ ҡыуандырҙылар. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ. Бына әле Динара ҡыҙыбыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеп тә ултыра. Алла бирһә, имтихандарҙы яҡшы ғына итеп тапшырһа, БДУ-ға уҡырға керергә уйлай. Теләктәре ҡабул ғына булһын инде. Улым спортты ныҡ ярата. Ул да 9-сыны тамамлағас, Өфөгә спорт мәктәп-интернатына уҡырға барырға хыяллана. Яңы ғына тағы берҙе шатландырып киттеләр бит әле. Күп балалы ғаиләләр өсөн тип, бер түгел ике коробка аҙыҡ-түлек алып килеп тапшырҙылар. Беҙҙе шулай ҡыуандырғандары өсөн барыһына ла оло рәхмәт әйткем килә. Барыһының да ғаиләләре имен булһын, бәхетле булһындар. Изге эштәре өсөн үҙҙәренә лә игелектәр генә күреп йәшәргә яҙһын. Иң мөһиме - донъяларыбыҙ имен булһын да, үҙебеҙ һәм балаларыбыҙ иҫән-һау, сәләмәт булайыҡ.