Все новости
Мәрхәмәтлек
4 Августа 2020, 17:55

Ғорурланырлыҡ ауылдашыбыҙ

Донъяла шундай изге, алсаҡ кешелəр була. Ихласлығы, ябайлығы йөҙҙəрендə балҡып тора. Ундай кешелəр менəн бер күрешеп аралашыу үҙе бер байрам кеүек. Бына шундай кешелəрҙең береһе – ауылдашыбыҙхөрмəтле Дамир Ғилəж улы Туҡаев тураһында яҙмаҡсымын

Ул Иҫке Мораптал ауылы егете: бала сағы, үҫмер йылдары тыуған ауылында үткəн. Урта мəктəпте уңышлы тамамлап, колхозда механизатор булып эшлəгəн. Аҙаҡ баш ҡаланың Нефть университетында белем алған. Дипломды ҡулына алғас та, Себер тарафтарына эшкə киткəн. Уңышлы эшлəгəн тырыш егетте тиҙҙəн юғары вазифалы урынға тəғəйенлəйҙəр. Эшенең яҡшы һөҙөмтəһен дəлиллəүсе грамоталары, рəхмəт хаттары бихисап. Йортомда уларҙы элеп ҡуйыр урын да етмəҫ ине, ти ул.
#миллипроекттар
Рəмилə КУЖАҠОВА, Иҫке Мораптал ауылы
Хат тулыһынса бөгөн гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: