Все новости
Мәрхәмәтлек
1 Ноября 2020, 15:00

Ҡыш бабайҙан да уҙҙыралар

- Барыһы өсөн дә еңел булмаған ваҡытта, балалар баҡсаһына, мәктәбебеҙгә спонсор ярҙам күрһәтеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.#помощьспонсоров #рәхмәт #Бугульчан #газетаЮшатыр

Айгөл ЙОСОПОВА, Бөгөлсән мәктәбе директоры:
- Барыһы өсөн дә еңел булмаған ваҡытта, балалар баҡсаһына, мәктәбебеҙгә спонсор ярҙам күрһәтеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Күптән ундай бәхет тәтегәне юҡ ине, аҙаҡҡы арала шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, ярҙам итеүселәр табылып ҡына тора.
Ремонт эштәрендә гел әүҙем ярҙам итеп, техника бүлгән депутатыбыҙ Дамир Хәйбуллин беҙҙең иҫке, насар ғына принтерыбыҙ урынына өр яңы, төҫлө принтер, уның янына тағы ҡағыҙын да, буяуын да алып килеп бүләк итте. Шунан көтмәгәндә, Мәләүез фәнни-етештереү хужалығы кәрәк-яраҡтарға тип 10 мең һум аҡса бирҙе. Ул аҡсаға балалар баҡсаһындағы күптәнге һауыт-һабаларҙы алыштырҙыҡ. Был тиклем ҙур шатлыҡҡа ҡыуанып та өлгөрмәнек, ауылыбыҙ фермеры (улар ауылыбыҙҙа бик аҙ) Хөснулла Вәлиев, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәргә бик кәрәкле, замана технологияһы телевизор алыу өсөн 10 мең һум аҡса бүләк итте. Үҙе шул тиклем тыйнаҡ, кеше күрһен өсөн эшләнгән эш түгел, ысын күңелдән ярҙам булһын өсөн тине беҙгә. Тиҙ арала, уңышлы ғына акцияға эләгеп, барлыҡ кәрәк-яраҡтары менән бергә, был аҡсаға шәп телевизор алып ҡайтып, атай-әсәйҙәр ярҙамында элеп тә ҡуйҙыҡ. Бөгөнгө көндә был ҙур бүләк кескәйҙәрҙе ҡыуандырып эшләп тора.
Спонсорҙарыбыҙға ҘУР ярҙамдары өсөн ҘУР рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғәилә именлеге теләйбеҙ. Тағы ла ярҙам итергә теләүселәр булһа, ямарға тишек-тошоҡтар күп, ҡыуанып көтөп ҡалабыҙ.
Тулы материал 87-се һанда.
#помощьспонсоров #БөгөлсәнБалаларБаҡсаһы #рәхмәт #Бугульчан #газетаЮшатыр
Читайте нас: