Все новости
Мәрхәмәтлек
28 Ноября 2020, 16:00

Ышаныс утын тоҡандырып

"Районыбыҙ етәкселегенә, хәйриә фондына, ауылыбыҙ силсәүитенә һәм ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәттәремде белдерәм!"

Шәбағыш ауыл советына ҡараған Ивановка ауылында йәшәүсе Раиса Рябко инәй “газ плитәһе кәрәк” тип һораған. Һәм Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы мөхтәсибәтенең «Ватан» фонды исеменән, Азат хәҙрәт Хәлилов ярҙамсылары Айнур Ҡәҙемов менән Искәндәр Фазыловтар газ плитәһен Раиса инәйҙең өйөнә үк алып барып ҡуйғандар.
- Техник яҡтан тикшереү үткәргәндә, газ плитаһының ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан тинеләр. Тиҙ арала һатып алып алмаштырығыҙ, юғиһә штраф һалынасаҡ йәки ябып китәбеҙ тип әйткәндәр ине, - ти Раиса Ивановна. - Үҙем 1-се төркөм инвалиды, Хеҙмәт ветераны, ирем һуғыш ветераны ла булды (мәрхүм инде). Был осорҙа дарыуға ла аҡса күп китә. Матди ярҙам бүлеп бирһәгеҙ ине тип, шишәмбе көнө район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән инем, шул көндө үк «Ватан» мәрхәмәт фондынан газ плитәһе алып килделәр. Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙың газсыһы Валерий Герасимов килеп, шланг менән тоташтырып, ҡороп китергә тейеш. Районыбыҙ етәкселегенә, хәйриә фондына, ауылыбыҙ силсәүитенә һәм ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәттәремде белдерәм!
Читайте нас: