Ололарға ярҙам итеү көтөп, каникулға китеп тора алмай. Инәй-бабайҙар көн дә иғтибарға мохтаж. Бигерәк тә әле, һәр кем үҙ йортона, мәшәҡәттәренә бикләнгән мәлдә - Яңы йыл, башлыса, ғаилә байрамы бит. Фонд, Йәштәр комитеты, шәхси эштәрен ситкә этеп, ололарҙың йорттары буйлап йөрөй. Кемгәлер ашарына кәрәк, кемдер дарыуға мохтаж. Әйткәндәй, ни тиклем өлгөр, һиҙгер булма, барыһын да ҡосоп алып булмай- мохтаж кешеләр бар икән ошо телефондарға шылтыратығыҙ: 8(34757) 6-23-76, 8(34757)6-17-00. Һеҙҙең янға һә тигәнсе ярҙам килеп етер.