Урам буйлап йөрөй алмауың бер хәл, уныһына түҙергә була, ә бына өйөңдән дә сыға алмай ултырһаң, нимә эшләргә? Үткән бурандан һуң, Илкәнәй ауылында бер инәй менән шулай булған. Иртән тороп, тышҡа сығам тиһә, ишеге асылмай. Тыштан терәү ҡуйып киткәнме әллә берәйһе тип, тәүҙә ҡото алына, шунан ғына башына килә: ҡар һалған да, бикләп ҡуйған үҙен. Ҡотҡарығыҙ тип ҡысҡырыуҙан файҙа юҡ, барыбер береһе лә ишетмәй, аптырағас, инәйбеҙ, тәҙрәһен аса ла, шуның аша тышҡа, яҡты донъяға сыға. Ярар әле, балалар бар, мәктәп уҡыусылары, улар, буран аҙыраҡ тымыу менән, көрәккә йәбеште - инәй-бабайҙарҙы ҡотҡарырға. Рәхмәт төшкөрҙәре, ҡартайғас, үҙегеҙҙе лә шулай ҡараһындар, бикләнеп ултырырға яҙмаһын.