Мәрхәмәтлек
28 Апреля 2021, 10:27

Тамсылап булһа ла

Йәнә ут ҡазаһы. 8 бала урамда ҡалған, бәхеткә барыһы ла имен. Балаларҙы әле ауылдаштары, туғандары үҙҙәренә алып ҡайтып торған.

Беҙҙә түгел, Белорет районы Берештамаҡ ауылында. Йыраҡ булһа ла, ҡайғының саҡырымдары буламы ни. Бына төркөмгә ҡуябыҙ - саҙаҡа тип аҡса күсерһәк, аҙ булһа ла ярҙам булыр ине. Яҡташтары ошолай яҙа:
Һаумыһығыҙ! Беҙҙең ауылда күп балалы Нуруллиндар ғаиләһенә бәлә килде. Өйҙәре янып 8 бала менән (1,3,5,7,9,11,17,19 йәшлектәр) урамда тороп ҡалдылар. Изге Рамаҙан айында ошо ғаиләгә әҙерәк аҡсалата ярҙам итһәгеҙ ине. Ошо номерға аҡса күсерергә мөмкин 89964008636 Эльфрида Нуруллина. Хоҙай һеҙгә, ғаиләгеҙгә һаулыҡ бирһен. Бәлә-ҡазанан һаҡлаһын! Ҙур рәхмәт!
Белорет районы Берештамаҡ ауылы.
Читайте нас