Был мәрхәмәт акцияһына ҡала депутаттары бик теләп ҡушылды: бына Ринат Ингел улы, бына Светлана Марат ҡыҙы...
Ә Совет рәйесе Олег Астахов Ҡотлобаевтар ғаиләһенең бер малайҙарын баштан-аяҡ кейендергән тиһәң дә була - күлдәк, салбар, трико, футболка, ялтырап торған туфлиҙар....
Бик мәслихәт. Шулай ҙа барыһы ла бүләк биргәнен күрһәтә тип әйтеп булмай, мәҫәлән, Күмертауҙағы бер эшҡыуар йыл да ниндәйҙер ғаиләгә ярҙам итә, тик был турала өндәшмәй, яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал принцибы менән йәшәй.