Мәрхәмәтлек
29 Сентября 2021, 04:53

Ишара

Иҫке Мораптал мәктәбе яңырыуы хистәренән һаман айный алған юҡ. "Мәрхәмәт шаһиттары" фонды попечителдәр Советы етәксеһе Лилиә Михайлова, күпте күргән ҡатын булһа ла, был мәктәптә бер нәмәгә шаһит булып, ғәжәп иткән.

ИшараИшара
Ишара

Мәктәп яңы, бында барыһы ла заманса, ҡала мәктәптәре көнләшерлек, ә ҡыңғырауы боронғо. Йәғни, башҡа уҡыу йорттарындағы кеүек кнопкаға баҫып зыңғырлата торған ҡыңғырау түгел. Беҙ бәләкәйҙән өйрәнгән, ҡул менән болғап тәнәфескә саҡыра торған, күңелгә ныҡ яҡын еҙ ҡыңғырау. Меценаттың электр менән тоҡана торған яңы ҡыңғырау ҡуйырға аҡсаһы етмәнеме икән? Юҡ, әлбиттә, ул ҡыңғырауҙы юрамал шулай ҡалдырғандыр: тауышы ысын, тәбиғи булһын. Бында уҡыған балалар ҙа ысын кеше булып үҫеп етһендәр тигән ишараһылыр. Шулай була күрһен.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас