Керәүле яҡтарына сәфәр, ысынында, Атайсал проектына бәйле ине, бындағы фермерҙар хәтәр икән, емертеп эште алып барыу ғына түгел, ауылдарына ныҡ ярҙам итәләр тигән хәбәр күптән йөрөй ине, шуны үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күреп ҡайтыу ине ниәт (Уңғар, Ҡаҙарма ауылдарын күптән күргән юҡ ине). Сәфәр бик күңелле булды - мәрхәмәтлек, ғөмүмән, күңелле тема, янда Урал Ибраһимов та бар, дөрөҫөндә, беҙ уға эйәреп сығып киткән баш (башлыҡ урынбаҫарының эшен яҡындан күреү), Урал Дамир улы менән бергә булһаң, бер ҡасан да күңелһеҙ булмай.
Был турала ентекләберәк киләһе һанда булыр.